“Рәсәй – спорт державаһы” форумында махсус хәрби операция ветерандары өсөн парадайвинг буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Башҡортостан парламенты депутаты Флүр Нурлығаяновтың саҡырыуы буйынса Өфөгә Словенияның инвалид дайверҙар ойошмаһы рәйесе Бранко Равнак килде. Ул республикала мөмкинлеге сикле кешеләрҙе реабилитациялау алымдары менән танышырға ниәтләй.
Бранко Равнак иртәгә Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә оҫталыҡ дәресе уҙғара. Унда паралимпия спортсылары һәм махсус хәрби операция ветерандары ҡатнаша. Бранко Равнак 2022 йылдан башлап инвалидтарҙы дайвинг серҙәренә өйрәтә. Элек ҡотҡарыусы булып эшләгән. Уға йылына 200 тапҡыр 60 метр тәрәнлеккә төшөргә тура килгән. Бранко Равнак 2003 йылдан башлап һыу аҫтында йөҙөүселәр тураһында төшөрөлгән халыҡ-ара фильмдар фестивале уҙғара. 2015 йылда Равнак Сочи ҡалаһында Башҡортостанвәкиле Миләүшә Шафиҡова менән күнекмәләр уҙғарған.




