Өфөлә 291-се автобусҡа билет ҡиммәтләнә

Йәмәғәт транспорты Шаҡша - “Өфө-Арена” маршруты буйынса йөрөй,  Базилевка, Федоровка, Йылҡыбай, Карпов ауылы пассажирҙарын хеҙмәтләндерә. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 1 ноябрҙән ҡулаҡса, банк картаһы һәм “Алға” транспорт картаһы менән иҫәпләшкәндә, Шаҡшанан Өфөгә юл хаҡы 80 һум була.  Йәмәғәт транспортына хаҡ артыу запас өлөштәр, яғыулыҡ, автосервис һәм техник үҙәктәрҙә хеҙмәтләндереү, лизин түләүҙәр ҡиммәтләнеүгә бәйле, тип аңлаталар баш ҡала хакимиәтенән.

Фото №1 - Өфөлә 291-се автобусҡа билет ҡиммәтләнә
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ