Документ беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Кешеләрҙе бала табырға баш тартыуҙан яҡлаған ҡанунды 388 депутат хуплаған, тип белдерә ил парламенты рәйесе Вячеслав Володин. Башланғыс ғәмәлдәге 6 федераль законға өҫтәмә була. Улар иҫәбендә педофилия, ЛГБТ һәм енесте алмаштырыуҙы пропагандалауҙы тыйыуға бәйле ҡанун бар. Закон боҙоусы кешеләргә 400, вазифалы кешеләргә – 800 мең, ойошмаларға 5 миллион һумға тиклем штраф ҡаралған.




