Туймазы бизнесмендары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн сираттағы гуманитар ылау туплаған. Халыҡтан УАЗ автомобилдәре һатып алынған. “Машиналарҙың торошо тикшерелде. Техника хәрби шарттарға яраҡлаштырылды”, - ти Олег Миңлеханов һәм Айназ Хәсәнов.
Туймазы эшҡыуарҙары яугирҙар өсөн дрондар ҙа һатып алған. Бөгөн алғы һыҙыҡта ул иң кәрәклеһе, ти бизнесмендар. Хәрбиҙәр өсөн шулай уҡ маскирова селтәрҙәре һәм башҡа кәрәк-яраҡтар оҙатыла. Гуманитар ылау тиҙҙән юлға сыға.




