Владимир Путин Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыу уҙғарҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыу уҙғарҙы. Унда республиканың социаль-иҡтисади үҫеше, махсус хәрби операцияға күрһәтелгән ярҙам төрҙәре барланды.

Тәү сиратта Радий Хәбиров ил башлығына "Рәсәй-спорт державаһы" форумын үткәреү хоҡуғы биргәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Сөнки халыҡ-ара йыйын төбәктә физик культура һәм күләмле спортты үҫтереүгә ҙур этәргес бирәсәк. Шулай ҙа бөгөн иң төп иғтибар махсус хәрби операция яугирҙарына. Радий Хәбиров алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан ир-егеттәрҙең реабилитация үтеүе һәм әүҙем йәмәғәт эшенә йәлеп ителеүҙәре тураһында һөйләне.

Радий Хәбиров дәүләт башлығын төбәктең иҡтисади хәле, прпедприятиелар үҫеше һәм ауыл хужалығындағы эш барышы менән дә таныштырҙы. Республика иҡтисады тотороҡло үҫешә һәм киләсәккә өмөтлө аҙымдар яһайбыҙ, тине Радий Хәбиров Владимир Путин менән эшлекле осрашыуҙа.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ