Олимпия хәрәкәтен үҫтереү, спортсыларҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү, балалар спортын килем сығанағына әйләндермәү. Был турала һөйләшеү Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Физик тәрбиә һәм спортты үҫтереү буйынса советта барҙы. Ултырышты Владимир Путин алып барҙы. Ил Президенты «Рәсәй-спорт державаһы» халыҡ-ара форумының пленар ултырышында ла сығыш яһаны. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Төп темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Театр гардеробтан, ә халыҡ-ара форум урамдан уҡ башлана. Майҙандағы тирмәләр янында ҡунаҡтарҙы милли кейемдәге егет-ҡыҙҙар ҡаршы ала.
Өфөнөң Көрәш һарайы майҙаны Олимпия ҡаласығы һымаҡ. «Рәсәй-спорт державаһы» форумына тиҫтәләрсә илдәрҙән 5 меңдән ашыу ҡунаҡ, донъя кимәлендә билдәле спортсылар килгән. Сара Башҡортостанды, милли-мәҙәни хазиналарыбыҙҙы, кәсептәребеҙҙе танытыу мөмкинлеге лә булып тора.
Башҡортостан Рәсәйҙең иң үҙенсәлекле субъекттарының береһе. Был турала Владимир Путин форумды асыу тантанаһында билдәләп үтте. Президент Өфөнө 450 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы һәм ил үҫешенә индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе. Рәсәй спортта теләктәшлеккә, берҙәмлеккә, ғәҙеллеккә өҫтөнлөк бирә, тине Владимир Путин.
Рәсәйҙең спорт ҡаҙаныштарын сит ил эксперттары ла билдәләй. Башҡортостан иһә был тәңгәлдә маяҡ булып тора. Форум көнөндә Өфөлә фехтование һәм ишкәкле слалом үҙәктәре асылды, ә көрәш һарайы тәүге күләмле сараһын ҡабул итте. 2030 йылға тиклем илдә тағы ла 2 мең тирәһе спорт объекты төҙөлә, федераль бюджеттан ошо маҡсатта 65 миллиард һум аҡса йүнәлтелә.Сумманың бер өлөшө Башҡортостанға бүленә, республикала бокс һәм теннис комплекстарын сафҡа индереү планлаштырыла.
Балалар спорты килем сығанағы, кеҫә ҡалынайтыу мөмкинлеге түгел. Был турала Владимир Путин физик тәрбиә һәм спортты үҫтереү буйынса совет ултырышында белдерҙе. Рәсәй Президенты ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға спорт түңәрәктәренә бушлай йөрөүҙе ойошторорға ҡушты.
Владимир Путин спортты үҫтереүҙә дәүләт-шәхси партнерлығы инструменттары әүҙем ҡулланылырға тейеш, тип белдерҙе. Бында тәү сиратта төрлө федерациялар, фитнес клубтар күҙ уңында тотола. Хөкүмәт алдында уларға ярҙам итеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләү бурысы ҡуйылды.
Советта спорттың яңы йүнәлештәрен үҫтереү мөмкинлектәре лә ҡаралды. Һүҙ виртуаль киңлектәге фиджитал ярыштар хаҡында. Быйыл Рәсәйҙә тәүге тапҡыр ошо форматтағы «Киләсәк уйындары» ойошторолған. Киләһе турнирҙы Ғәрәп Әмирлектәре ҡабул итә, эстафета уларға тапшырылды.
Спорт - ярыштар һәм еңеүҙәр генә түгел, сәләмәт тормош, айыҡ аҡыл, оҙон ғүмер нигеҙе лә. Ә һау-сәләмәт, көслө йәмғиәт ныҡлы иҡтисадты формалаштыра. Әммә йәш быуынды спортҡа йәлеп итеүҙең төп шарты булып-заманса уңайлыҡтар тора. Башҡортостанда яңы объекттар төҙөүгә ныҡлы иғтибар ошо маҡсатты күҙ уңында тота ла инде.
Рәсәй-спорт державаһы форумын уҙғарыу урыны итеп тап Башҡортостан һайланыуы осраҡлы түгел. Республика заманса спорт объекттары һәм спорт ҡаҙаныштары буйынса илдә алдынғы урында тора. Төбәктә 13 меңдән ашыу спорт учреждениеһы бар, әле 11 объект төҙөлә. Улар араһында Өфөләге «Бал» физкультура һауыҡтырыу коплексын, Октябрьскийҙағы бассейнды һәм Стәрлетамаҡтағы «Алға» комплексын билдәләп үтергә мөмкин. Былтыр спортсыларыбыҙ өс меңдән ашыу миҙал яулаған. Халыҡ-ара форум Башҡортостан спортын тағы ла яңы бейеклектәргә күтәрер тип көтөлә
Рәмзиә Кәримова




