Радий Хәбиров « Заманса спорт. Инновациялар һәм перспективалар.» күргәҙмәһендә булды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров XII халыҡ- ара Рәсәй спорт державаһы форумы сиктәрендә үтеүсе « Заманса спорт. Инновациялар һәм перспективалар.» күргәҙмәһендә булды. Федераль һәм төбәк властары араһында Ватан етештереүселәренең продукцияһын, физик культураны пропагандалау маҡсатында ойошторолған экспозиция өс көн дауамында эшләй. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева әҙерләгән яҙмала.

Киләһе йыл Белорет районы Сермән ауылында йүгереү өсөн тренажерҙар етештерелә башлаясаҡ. Импортты алмаштырыусы спорт техникаһы тотош тиерлек Рәсәй деталдәренән йыйыла. Ун йыл дауамында эшләп килгән Спорт инвентарҙары заводында әле 500 төр спорт йыһазы сығарыла. Завод Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән «Сәнәғәт сәғәте»ндә ҡатнашҡандан һуң 4 миллион һум дәүләт ярҙамы менән файҙаланған.

Ойошма стендын Радий Хәбиров ҡарап предприятиелағы эш барышы менән ҡыҙыҡһынды. Экспозицияла республика етәксеһе республика инвалидтар йәмғиәте вәкилдәре менән дә аралашты һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн тәғәйенләнгән адаптив тренажерҙарҙы ҡараны.

5000 квадрат метр майҙанда илдең алдынғы спорт төбәктәренең һәм компанияларының йөҙгә яҡын стенды күрһәтелгән.

Күргәҙмәлә футбол ҡарарға, хоккей уйнарға, бокс менән шөғөлләнергә лә була. Спорт уйындары, викториналар үтә, спортсылар рекорд ҡуя.

Төбәк башлығы шулай уҡ Дәүләт спорт музейының олимпия факелы тарихына һәм эволюцияһына арналған күргәҙмәһендә булды. Бында 1936 йылда Берлинда үткән һәм беҙҙең көндәргә тиклемге Олимпия уйындары факелдары йыйылған. 1980 йылда Мәскәүҙәге йәйге һәм 2014 йылда Сочиҙа уҙған ҡышҡы уйындар факелдары бар.

Экспозицияға олимпия уйындарының 38 факелы һәм Дмитрий Чернышенкоға паралимпия һәм олимпия комитеты биргән халыҡ-ара наградалар ҡуйылған.

Иван Рыбин, Дәүләт спорт музейы директоры вазифаһын башҡарыусы

Радий Хәбиров Беларусь республикаһы стендын һәм Рәсәй спорт кейеме етештереүсе ZASPORT фабрикаһы стендын ҡараны. Компания Рәсәй федерацияһының олимпия йыйылма командаһын кейендерә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ярҙамында компанияның Ишембай районында «Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә яңы предприятиеһы эшләй башланы. Күргәҙмәлә уларҙың стенды янынан кеше өҙөлмәй. Халыҡ сират тороп Рәсәй Президенты Владимир Путиндың, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың һәм спорт министрҙарының цитаталары яҙылған сумка-шоперҙары ала.

Күп форумдарҙа ҡатнаштыҡ. Был юлы беҙ күргәҙмәлә ҡатнашыусылар өсөн бушлай шопер сумкалары таратабыҙ. Һәр кем үҙенә оҡшаған цитатаны баҫтырып ала.

Николай Ступаков, «Zasport» спорт кейеме бренды генераль директоры

Спорт менән йәш быуын да, өлкән йәштәгеләр ҙә шөғөлләнергә тейеш. Бының өсөн заманса шарттар булдырыу бурысы тормрошҡа ашырыла тип билдәләне Радий Хәбиров.

Форумдың өсөнсө көнө 19 октябрҙә күргәҙмә баш ҡала һәм уның ҡунаҡтары өсөн асыҡ буласаҡ.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ