Өфөлә иң көслө керлингсылар бәйге тота. «Рәсәй- спорт державаһы» форумы ярышы «Өфө-арена» боҙ һарайында үтә. Бәйгелә 17 йәшкә тиклемге малай-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр командалары ҡатнаша. Илдең төрлө төбәктәренән йыйылған 18 команда араһынан еңеүсе форумдың һуңғы көнөндә билдәләнә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Керлинг - 16-сы быуатта барлыҡҡа килгән спорт төрө. Ҡағиҙә буйынса команда ағзалары махсус санаряд-ташты йөрөтөп уны сәпкә индеререргә тейеш. Рәсәйҙә был ярыш 1991 йылдан алып профессиональ спорт төрө һанала. «Рәсәй- спорт державаһы» форумы сиктәрендә Өфөгә илдең иң яҡшы керлингсылары йыйылды.
Кёрлинг буйынса ярыштар өс көн дауам итә. Бәйгелә Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Краснодар крайынан һәм Иркутск өлкәһенән 18 команда көс һынаша. Бәйгелә 17 йәшкә тиклем малай-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр командалары ҡатнаша. Спортсыларҙы Рәсәй керлинг федерацияһы президенты Дмитрий Свищев менән Керлинг буйынса донъя туры генераль директоры Джо Вэлкли сәләмләне.
Рәсәйҙә киләһе йылдарҙа мөмкин тиклем граждандарҙы спортҡа һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү бурысы тора. Кешенең йәшәү сифаты, ғүмер оҙонлоғо, демография күрһәткестәре һорауҙарында сәләмәтлек торошо мөһим. Өфөлә үткән «Рәсәй - спорт державаһы» форумы ошо маҡсаттарға ирешеү өсөн ҙур бер аҙым.
Флорида Ким



