Башҡортостан рапирасылары «Салауат ҡылысы» халыҡ-ара фехтование ярышында еңеү яуланы

Турнир кисә генә асылған фехтование үҙәгендә үтте. Заманса фехтование үҙәге 6 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләй, бында 28 фехтование юлы, 373 тамашасыға иҫәпләнгән трибуналы универсаль зал бар. Ярыштар өсөн махсус залдар, тренажер зонаһы ҡаралған.

Үҙәк һөҙөмтәләрҙе теркәү системаһы менән йыһазландырылған, был Өфөлә халыҡ-ара кимәлдәге чемпионаттар уҙғарыу мөмкинлеге бирә. «Салауат ҡылысы» яңы үҙәктә үткәрелгән тәүге күләмле спорт ярышы. Спортсылар шарттарҙан ҡәнәғәт. Төрлө төбәктәрҙән килгән рапирасылар араһындағы ярыш ике көн дауамында барған һәм юғары кимәлдә үткән. Еңеүселәр 21 һәм 24 йәшкә тиклемге категорияла билдәләнде, икәүһендә лә 1-се урынды Башҡортостан рапирасылары яуланы.

Мин 15 алышта ҡатнаштым һәм бөтәһендә лә еңеү яуланым, иң ауыры финалда булды. Түбәнге Новгород ҡалаһынан көслө рапирасы менән алышырға тура килде. Яңы фехтование үҙәгендә еңеү яулауыма шатмын.

Ростислав Хамдомов, «Салауат ҡылысы» ярышы еңеүсеһе

Фехтование үҙәгендә чемпиондар тәрбиәләү өсөн тулы шарттар тыуҙырылған. «Салауат ҡылысы» ярышы бик көсөргәнешле барҙы, еңеү бер ваҡытта ла еңел генә бирелмәй, 1-се урын яулауға бик шатмын.

Әмир Фәхретдинов, «Салауат ҡылысы» ярышы еңеүсеһе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ