Балаларға уңайлы шарттар. Хәйбулла районында «Башҡорт баҡыры» тау-мәғдән компанияһы социаль обьекттарҙы модернизациялауҙа ҡатнаша. Тап был ойошма Подольск ауылының «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһында йылытыу системаһы тулыһынса яңыртырға ярҙам иткән, әлеге ваҡытта мәктәп автобустары өсөн йылы гараж төҙөүгә финанс ярҙамы күрһәткән. Яңы шарттарҙа эшләүсе мәктәпкәсә балалар учреждениеһы хвҡында киләһе яҙмала.
Подольск ауылындағы «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы ишектәре артында яҡты, уңайлы һәм йылы донъя асыла. Күләмле ремонт «Башҡорт баҡыры» тау-мәғлән компанияһы ярҙамында башҡарылған
Бында йылытыу системаһы реконструкцияланған Ике ҡатлы бинала торбалар һәм батареялар алмаштырылған. Шулай уҡ биләмә лә төҙөкләндерелгән.
Балалар баҡсаһына 28 малай һәм ҡыҙ йөрөй. Хеҙмәткәрҙәр һәр баланың көнө шат, күңелле һәм мауыҡтырғыс үтһен өсөн бөтәһен дә эшләй. Ата-әсәләргә тәрбиә, белем биреү һәм туҡландырыу мәсьәләһе йәһәтенән борсолаһы түгел.
Бынан тыш Подольск ауылында «Башҡорт баҡыры» компанияһы иҫәбенә ике мәктәп автобусы өсөн модулле гараж төҙөлгән. Уның стеналары профлист менән йылытылған.Техниканы ҡарау өсөн дә шарттар булдырылған. Яҡын арала йылытыу системаһын, электр үткәргестәрҙе монтажлау тамамлана, ҡапҡа ҡуйыла.
Подольск ауылын төҙөкләндереү йылдам башҡарыла. Халыҡ мәҙәниәт учреждениеһының төҙөлөп бөтөүен дә түҙемһеҙләнеп көтә. Ауылда мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт усағы эшләй икән, тимәк, йәштәр тыуған ерҙәрендә ҡаласаҡ, ата-бабалар нигеҙе ҡоромаясаҡ.
Гүзәл Борханова



