Башҡортостанда «Театраль Волга буйы» фестиваленең төбәк этабы тамамланыу алдында

Ул мәктәп һәм йәш һәүәҫкәр театрҙар өсөн тәғәйенләнгән. Иң көслө ижади коллективтар ошо көндәрҙә баһалама комиссия алдында сығыш яһай. Жюри составына - республиканың танылған актерҙары һәм режисерҙары инә. Һайлап алыу туры башта онлайн форматта үткән. Республика район-ҡалаларынан йәмғеһе 22 ижади төркөм үҙ эштәрен ебәргән.

Быйыл фестиваль дүртенсе тапҡыр уҙа. Иң яҡшы тип танылған йәштәр театры республика данын округ кимәлендә яҡлаясаҡ.

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ