Өфө һәм Астана спорт, мәҙәниәт һәм туризм өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте нығыта

Ҡаҙағстан туризм һәм спорт министры Ербол Мырзабосынов  республика  халҡын Өфөнөң 450 йыллығы менән ҡотланы. - Был көндәрҙә "Рәсәй-спорт державаһы" форумы үтә. Ул тәжрибә  уртаҡлашыу, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышыу өсөн мөһим майҙансыҡ булып тора. Беҙҙең халыҡтарҙы дөйөм тарих, мәҙәниәт һәм йолалар берләштерә, - тине Ербол Мырзабосынов. Республика Башлығы Радий  Хәбиров  Ҡаҙағстан вәкилдәрен  ноябрь аҙағында  Өфөлә  үтәсәк  Рәсәй һәм Ҡаҙағстан  төбәк-ара  хеҙмәттәшлек  форумында  ҡатнашырға  саҡырҙы. 

Фото №1 - Өфө һәм Астана спорт, мәҙәниәт һәм туризм өлкәләрендә хеҙмәттәшлекте нығыта
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ