Илдең хоккей федерацияһы президенты, Дума депутаты Владислав Третьяк "Рәсәй - спорт державаһы" форумында шулай тип белдерҙе. - Өфөлә яңы спорт объекттары төҙөлә, бында хоккейға иғтибар ҙур. Бөгөнгө форум һымаҡ саралар спорт инфраструктураһын яҡшыртыу мөмкинлеге бирә, - тине Владислав Третьяк.




