Өфөлә Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө уҙғарылды

Рәсәйҙең Олимпия комитеты башланғысы менән Өфөлә Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө уҙғарылды. Баш ҡала халҡы Олимпия уйындары чемпиондары һәм призерҙары менән бергә 2024 метр араны атлап үтте. «Рәсәй - спорт державаһы» форумының һуңғы көнөндә уҙғарылған иң күләмле спорт сараһын БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина ла күҙәтте.

Өфөнөң Октябрь Проспекты йәнә машиналарҙан бушап ҡалды. Биләмәлә Рәсәйҙең билдәле спортсылары ҡала халҡы менән бергә физик күнекмәләр яһай. Синхронлы йөҙөү буйынса өс тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Алла Шишкина ла Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөнә ҡушылды.

Һыуҙа күп йөҙгәнгә күрә, йүгерергә яратмайым. Ә бына атлап йөрөү оҡшай, күпкә файҙалыраҡ тип иҫәпләйем. Шуға күрә көн дә ун мең аҙым яһау ғәҙәтемә ингән. «Рәсәй - спорт державаһы» форумында күп эшләргә тура килде, ниһайәт саф һауала Өфө менән танышабыҙ. Ҡаланың таҙалығына хайран ҡалдым, изге күңелле кешеләре менән иҫтә ҡаласаҡ.

Алла Шишкина, Синхронлы йөҙөү буйынса өс тапҡыр олимпия уйындары чемпионы

2024 метр - тап ошо араны йәйәү йөрөп үтергә кәрәк. Старт һыҙығы Спорт туҡталышы эргәһендә ойошторолғайны. Ҡатнашыусыларҙың күплеген колонналарҙың Галле исемендәге ҡала урамы туҡталышына тиклем теҙелеүе дәлилләй. Өфөнән Фидус Хузин Олимпия уйындары чемпиондары һәм призерҙары менән бер сафта барыуҙы ҙур уңыш, оло мәртәбә ти иҫәпләй.

Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөн Башҡортостан өсөнсө тапҡыр ҡабул итә. Әммә бөгөнгө акция иң күләмлеһе иҫәпләнә - егерме меңдән ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдергән. Барыһы ла сәләмәт тормош өсөн.

Күләмле спорт байрамы 2015 йылдан алып Рәсәйҙең Олимпия комитеты тарафынан физик әүҙемлекте популярлаштырыу маҡсатында уҙғарыла. Башҡортостанда ойошторолған сарала башҡарма власть органдары, ҡала хакимиәте етәкселеге лә ҡатнашты.

Ҡатнашыусылар араһында мәктәп уҡыусылары ла, студенттар ҙа, төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре лә, хаҡлы ялдағылар ҙа булды. Трасса «Тиҙерәк», «Бейегерәк», «Көслөрәк» тип исемләнгән зоналарға бүленгәйне, төрлө спорт төрҙәре буйынса күрһәтмә сығыштар булды.

Финиш һыҙығына тиклем күп тә ҡалманы. Юл ыңғайында төрлө әүҙемлектәр ойошторола башланы. Һәр кем мәргәнлеген һынап ҡарай ала, шулай уҡ ҡурай моңдарын тыңлап ял итергә лә мөмкин.

Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнөндә ҡатнашыусыларға бүләккә шоколад миҙалдар ҙа тапшырылды. Шулай уҡ ҡала халҡы өсөн Ленин исемендәге майҙанда ҙур концерт программаһы күрһәтелде.

Гөлназ Хәйбуллина

Волна
Акции БСТ