Алексей Романов «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы эшмәкәрлеге менән танышты

Рәсәй Геройы Алексей Романов «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы эшмәкәрлеге менән танышты, ветерандар ойошмаһы етәкселәре менән осрашты.

Рәсәй Геройы махсус хәрби операция ҡатнашыусыларына төрлө яҡлап булышлыҡ итеү буйынса фекер алышты. Шулай уҡ адаптив спорт төрҙәренә инвалид ветерандарҙы йәлеп итеү мәсьәләләре лә ҡаралды. Ватанды һаҡлаусылар фонды кубогы бөгөн уңышлы тормошҡа ашырылған проекттарҙың береһе. Уның миҫалында был төр ярыш ветерандарҙың физик һәләттәрен тикшерергә генә түгел, ғаилә менән ял итергә һәм фекерҙәштәрен табырға ярҙам итә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ