Быйыл унда Иглин районынан тиҫтәләгән ауыл ҡатнаша. Былтыр муниципаль этапта еңеү яулап, ауыл мәҙәниәт йорто биләмәһен кәртәләгән сыбаҡайҙар быйыл да изге эшкә ҙур тырышлыҡ һаласаҡ. Айыҡ ауыл халҡы йәшәйеше хаҡында киләһе яҙмала.
Сыбаҡай ауылында йәшәгән Әхмәтвәлиевтар мөһим эшкә тотонор алдынан ауылдың имам-хатибынан фәтиха ала. Доғанан башланған эш тә ырамлы бара, еңел үтәлә. Ауылдаштары ла ғаиләгә ихлас ярҙам итеү маҡсаты менән иртүк ҡаҙ өмәһенә йыйылған.Өмәнән ир-егеттәр ҙә ситтә ҡалмаған. Уңған, хужабикә Нәзифә Әхмәтвәлиева үҙ ихатаһында ҡаҙ өмәһен «Айыҡ ауыл-2024» республика конкурсы сиктәрендә ойошторған.
Сыбаҡайҙа татыу һәм уңған кешеләр йәшәй. Ауыл Өфөгә яҡын урынлашҡан, транспорт та яҡшы йөрөй. Йәштәр ҙә ауылда нигеҙ ҡорорға ынтыла. Биш ғаилә йортон төҙөкләндергән, торлағын зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырған.. «Йәштәребеҙ эшһөйәр, айыҡ тормош яҡлы» тип һөйөнә Сыбаҡайҙар.
«Айыҡ ауыл-2024» республика конкурсының муниципаль этабы 15 ноябрҙә тамамлана. Йомғаҡ яһалғандан һуң, республика этабында ярышасаҡ ауылдар асыҡлана. Айыҡ тормош яҡлы Сыбаҡайҙарҙың да республика этабына үтергә ышаныстары көслө.
Гүзәл Борханова



