Өфө районының Жуков ауылы мәктәбендә инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ярҙам итеүсе проект старт алды. «Йылы осрашыуҙар» идеяһы «ВТБ-ил» хәйриә фонды грантын ота. Уҡыу йортона яңы йыһаздар һәм методик ҡулланмалар, әсбаптар һатып алынған. Проект сиктәрендә йәмғеһе 12 тематик осрашыу планлаштырылған. Уларҙың тәүгеһе бөгөн үтте. Осрашыуҙар барышында балалар төркөмдәргә бүленә, малай-ҡыҙҙар менән психолог, дефектолог, логопед шөғөлләнә. Һүрәт төшөрөү терапияһы ла ҡаралған.
Проектта йәмғеһе 53 ғаилә ҡатнаша, улар Жуков ауылынан тыш, Авдон, Йоматау һәм Өфөнөң Дим районынан йыйылған. Балалар менән белгестәр шөғөлләнгән арала ата-әсәләр ҙә буш ултырмай, улар өсөн айырым программа төҙөлгән.



