Сара Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 105 йыллығына арналды. Китапхана техник тәьминәте буйынса республикала иң яҡшылар исемлегенә инә ала. Уны төҙөүгә «Мәҙәниәт» милли проекты буйынса 8 миллион һум грант аҡсаһы йүнәлтелгән. Мәғариф үҙәгендә бөйөк әҙиптең тормошо һәм ижады менән теләгән һәр кем иң заманса ысулдар менән таныш ала. Ниндәй алымдар менән һуң? Яуап БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова яҙмаһында.
Заман китапханаларын элеккеләре менән сағыштырырлыҡ та түгел. Яҡтылығы, матурлығы менән генә түгел, өр-яңы заманса уңайлыҡтары менән йәлеп итә ул. Мостай Кәримдең тыуған ауылындағы китапханала бөйөк әҙип мираҫы менән яҡындан танышырға мөмкин.
Китап уҡыусылар уңайлығы өсөн кәштәләргә куар-кодтар ҙа ҡуйылған. Улар аша теләгән һәр кем Мостай Кәримдең әҫәрҙәре менән онлайн таныша ла. Төп залда ял итеү өсөн йомшаҡ ултырғыстарҙа ултырып әҙип әҫәрҙәре буйынса төшөрөлгән фильмдар ҡарарға мөмкин. Залдарҙың береһендә VR-күҙлек кейеп, виртуаль донъяла сәйәхәт итергә була.
Китапханала һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән китап һөйөүселәр өсөн дә шарттар булдырылған. Онлайн мөмкинлектәр китап уҡыусыларҙы китапхана системаһында теркәүгә лә ҡағыла.
Яңы китапхана заманса уңайлыҡтары менән йәлеп итә, шулай ҙа классик ҡағыҙ китап һөйөүселәргә лә хыянат итмәй. Кәштәләргә өр-яңы, илюстрациялар менән байытылған китаптар ҡуйылған. Китапхана фонды Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримованың бүләге менән тулыланды. Әйткәндәй, өр-яңы «Әлфиә хикәйәләре» тышындағы ҡыҙ һүрәте әҙиптең бүләсәһенән төшөрөлгән.
Заман мөмкинлетәре бәләкәй йәштәге уҡыусыларҙы ла йәлеп итер, тигән өмөттә китапхана хеҙмәткәрҙәре. Бигерәк тә Мостай Кәримдең йәш ауылдаштары уның мираҫын белеп, киләһе быуындарға тапшырырға тейеш.
Техник тәьминәте, замансалығы менән яңы китапхана республикала иң яҡшыларҙың береһе тип танылырға хоҡуғы бар. Бынан һуң, Келәштәр яңы китапхана менән «беҙҙең ауылдың йәме» тип маҡтана ала.
Рәзилә Ғилметдинова



