Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡала советы ултырышында ҡатнашты

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы итеп 33 йәшлек Эмиль Шәймәрҙәнов тәғәйенләнде. Ҡала советы депутаттары уның кандидатураһын бер тауыштан хупланы. Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашып, быға тиклем хакимиәтте етәкләгән Рөстәм Ғәзизовтың эшенә юғары баһа биреп, уның идара итеү сифаттары республика кимәлендә файҙаланыласаҡ тип белдерҙе. Ә инде Стәрлетамаҡтың ҡайһы йүнәлештә үҫеш аласағын БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина белеште

Һуңғы ике йылда ғына Стәрлетамаҡта Милли проекттар буйынса дүрт йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән, «Башҡорт ихатаһы» республика программаһы буйынса ун биш ихата заманса төҫ алған. Юлдар төҙөлөшөнә айырыуса иғтибар бүленә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡаланың иҡтисади үҫеше лә тотороҡло булыуын билдәләне. Ул республикала сәнәғәт үҙәктәренең береһе һанала.

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Рөстәм Ғәзизовҡа ҡала хакимиәте башлығы вазифаһында һөҙөмтәле эшләгәне өсөн рәхмәт белдереп, «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалын тапшырҙы, шулай уҡ уның идара итеү һәләте республика кимәлендә ихтыяж менән файҙаланыласаҡ тине.

Ҡала советы депутаттары Стәрлетамаҡтың яңы етәксеһен бер тауыштан һайланы. Яуаплы вазифаға быға тиклем урындағы хакимиәт башлығының төҙөлөш буйынса беренсе урынбаҫары Эмиль Шәймәрҙәнов тәғәйенләнде.

Ҡала, республика командаһында эшләү - минең өсөн оло яуаплылыҡ. Артабан да биләмә үҫешенә күп көс һалынасаҡ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүгә, шулай уҡ социаль өлкә, төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспортҡа айырыуса иғтибар буласаҡ. Юғары ышанысты аҡлау өсөн барыһын да эшләйәсәкмен.

Эмиль Шәймәрҙәнов, Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең яңы башлығы Эмиль Шәймәрҙәновҡа уңыштар теләп, уның Башҡортостан муниципалитеттары етәкселәре араһында иң йәше булыуын билдәләне. «Эшмәкәрлек барышында айырыуса урындағы халыҡҡа яҡын булыу, уларҙың ихтирамын яулап мөһим»-, тине ул. Ултырышҡа саҡырылған төрлө предприятие-ойошма вәкилдәре лә ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеше көслө булыр тип ышана.

Эмиль Шәймәрҙәнов Мәскәү Хөкүмәтендә, Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында эшләгән. Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашҡан граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау фондында бүлеккә етәкселек иткән. 2022 йылдан - ул тыуған яғы - Стәрлетамаҡҡа ҡайтып, урындағы хакимиәттә эш башлаған. Яңы вазифа уға тағы ла яуаплыраҡ бурыстар йөкмәтте.

Гөлназ Хәйбуллина

Волна
Акции БСТ