Өфөлә Халыҡ-ара Рәсәй - Иран үҙәге асылды

Халыҡ-ара Рәсәй - Иран үҙәге Өфө фән һәм технологиялар университеты базаһында Евразия фәнни-тикшеренеү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары кампусында асылды. Унда фарсы теле курстары ойошторола. Төрлө өлкәләрҙән уҡыусылар, студенттар һәм белгестәр Яҡын һәм Урта Көнсығыш телдәре мәҙәниәтен белгән иҡтисадсылар, политологтар һәм журналистар ил ғилеме һәм тел әҙерлеге үткәрәсәк. Шулай уҡ үҙәк булған программаларҙы координациялай һәм Ислам республикаһында яңы эшлекле партнерҙар эҙләү менән шөғөлләнә. Үҙәкте асыу Ирандың Мәғариф министрлығы һәм Шаһид Бехешти исемендәге Университет ярҙамында үтте.

Мин күп йылдар элек Рәсәйҙә аспирантура тамамланым. Беҙҙең халыҡтар һәм илдәр араһындағы фәнни, мәҙәни бәйләнештәр дуҫлыҡ ептәрен нығытасаҡ ҡына. Беҙҙең университетта Рәсәй юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек үҙәге ғалим Ломоносов исемен йөрөтә.

Абтахи Бехруз Мөхәммәт Хөсәйен, Шахид Бехешти исемендәге университеттың тикшеренеүҙәр һәм технологиялар буйынса ректоры урынбаҫары

Бындай форматтағы аралашыу төрлө өлкәлә эшләүсе белгестәргә Иран мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеү өсөн уңайлыҡтар тыуҙыра. Үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә киң юлдар аса.

Вадим Захаров, Өфө фән һәм технологиялар университеты ректоры

Былтыр Өфө дәүләт нефть техник университеты вәкилдәре «Рәсәй һәм Иран: мәғариф өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү перспективалары» форумында ҡатнашҡанда Ислам республикаһының алдынғы юғары уҡыу йорттары менән бәйләнеш булдырылды. Шунан һуң университет Әбүғәлисина исемендәге ислам мәҙәниәтен тикшереү фонды менән хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйҙы, шулай уҡ өс юғары уҡыу йорто менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Төбәк башлығы гранты буйынса Өфө фән һәм технологиялар университетының 46 хеҙмәткәре дуҫ илдә ғилми стажировка үтте.

Был үҙәкте асыу ике ил араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙә мөһим йүнәлештәрҙең береһе. Вәкәләтлек өсөн махсус кабинет асылыуы осрашыуҙар, аралашыуҙар, хеҙмәттәшлек итеүгә киң мөмкинлектәр булдыра. Фән менән иҡтисад бер-береһенән айырылғыһыҙ.

Маргарита Болычева, Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры вазифаһын башҡарыусы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ