Аталы бала - арҡалы. Атайҙар көнө уңайынан бер төркөм ирҙәр улдары менән экологик өмәгә сыҡты. Республиканың «Ирҙәр ҡоро» ағзалары Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән берлектә Асылыкүл буйына ағас үҫентеләре ултыртты. Акцияла ҡатнашыусылар әйтеүенсә, республикабыҙҙың иң ҙур һәм иң матур күле йылдан-йыл һайыға. Шуға ла уның ярында урманды яңыртыу мөһим. Был эшкә улдарҙы йәлеп итеү ҙә оло әһәмиәткә эйә. Киләсәк быуын әле үк үҙе йәшәгән ер экологияһын хәстәрләргә тейеш, ти өмәне ойоштороусылар.



