Өфөлә Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған кисә уҙҙы

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған кисә уҙҙы.

Унда әҙиптең ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге фонд етәксеһе Әлфиә Кәримова, Рәсәй география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе ағзалары, университет хеҙмәткәрҙәре һәм студенттары ҡатнашты.

Ҡабарҙы- Балҡар республикаһында диңгеҙ кимәленән 3555 метр бейеклектә Мостай Кәрим үре бар. Халыҡ шағирының тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы булдырылған тау үрендәге иҫтәлекле урынға йыл һайын Рәсәй география йәмғиәтененең төбәк бүлексәһе ағзалары күтәрелә. Улар йылы осрашыуҙа тауға артылыуҙары тураһында һөйләне. Шағирҙың ҡыҙы атаһы тураһында иҫтәлектәре менән бүлеште.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ