Башҡортостандың халыҡ шағиры тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған саралар илдең төрлө төбәктәрендә уҙҙы. Өфөлә республика башлығы Радий Хәбиров бөйөк әҙиптең һәйкәленә сәскә һалыуҙа ҡатнашты. Республика Профсоюздар йорто алдында урынлашҡан скульптура алдында шағирҙың үҙе уҡыуындағы әҫәрҙәр ҙә яңғыраны.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры 35-се ижад миҙгелен премьера -»Ҡара һыуҙар» спектакле менән асты. Халыҡ шағирының поэмаһы нигеҙендә сәхнәләштерелгән әҫәрҙең ҡуйыусы режиссеры - Илсур Ҡаҙаҡбаев. Поэма быға тиклем дә төрлө театр сәхнәләрендә ҡуйылған, әммә был юлы жанр яңы персонаждар, Мостай Кәримдең көндәлектәре, интервьюлар менән байытылған. Радий Хәбиров театр коллективын яңы ижад миҙгеле менән тәбрикләп, сәхнә оҫталарына дәүләт наградалары тапшырҙы.



