Башҡортостанда пилотһыҙ осоу аппараты ярҙамында юғалған кешеләрҙе эҙләү өсөн мәғлүмәт йыйыла башланы

Башҡортостанда илдә тәүгеләрҙән булып пилотһыҙ осоу аппараты ярҙамында юғалған кешеләрҙе эҙләү өсөн мәғлүмәт йыйыла башланы. «ЛизаАлерт «эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре урман-ҡырҙарҙы, кеше шәүләләрен фотоға төшөрөп дрондың яһалма зиһененә индерә. Һуңынан нейроселтәр ошо мәғлүмәттәргә таянып тәбиғәттә кешеләрҙе билдәләй ала. Ялан ерҙә пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында юғалыусыларҙы асыҡлау 100 процент һөҙөмтә бирә. Кешене табыу менән дрон операторға координаталар ебәрә. Эҙәрмәндәргә иһә тәғәйен урынға барып кешене ҡотҡараһы ғына ҡала. Яһалма зиһен аҙашыусыларҙы табыу ваҡытын кәм тигәндә ике тапҡырға ҡыҫҡарта.

Беҙҙә түбәндән осоусы дрондарҙың мәғлүмәттәре бар. Хәҙер самолет тибындағы бейектән осоусы пилотһыҙ аппараттарға мәғлүмәт туплайбыҙ. Сөнки юғарынан яҡшыраҡ күренә һәм юғалыусы кешеләр тиҙерәк табыла. Быға тиклем дрон әйләнеп ҡайтҡас ҡына мәғлүмәттәрҙе тикшерә алһаҡ, хәҙер дрондарҙың яһалма зиһене үҙе үк анализ яһаясаҡ.

Евгений Герасимов, «ЛизаАлерт» эҙләү-ҡотҡарыу отрядының пилотһыҙ авиация йүнәлеше етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ