Баш ҡаланың 35-се белем биреү үҙәгендә заманса спорт майҙансығы барлыҡҡа килде. Балалар уңайлығы өсөн иҙән резина япма менән ҡапланған, турник, эскәмйәләр ҡуйылған. Майҙансыҡты булдырыуға бер миллион ярымдан ашыу аҡса сарыф ителгән. Сығымдарҙың күп өлөшөн - дәүләт, ҡалғанын бағыусылар һәм ата-әсәләр ҡаплаған.
Дәүләт программаһы буйынса Әҙеһәм Исҡужин исемендәге сәнғәт мәктәбе биләмәһе лә тәртипкә килтерелгән. Үлән, ағастар ултыртылған, үҙенсәлекле тематик арт-объекттар ҡуйылған. Белем биреү ойошмаһы программала икенсе йыл рәттән ҡатнаша.



