Башҡортостанда ипотека алыу 20 процентҡа кәмегән

Шулай уҡ күсемһеҙ милекте теркәү һәм өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашыу 8 процентҡа кәмеүе күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан күсемһеҙ милек теркәү рейтингында Мәскәү һәм мәскәү өлкәһенән ҡала өсөнсө урынды биләй. Был турала Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығында әйтелде. Идаралыҡта күсемһеҙ милеккә ҡағылышлы үҙгәрештәргә арналған кәңәшмә үтте. Ведомство етәксеһе төбәктә Росреестр хеҙмәттәрен күрһәтеүҙе ябайлаштырыу тураһында һөйләне.

Киләһе йылдан «Милли арауыҡ мәғлүмәттәре системаһы» берҙәм һанлы платформаһы аша ер участкаларын һайлау мөмкинлеге була.

Берҙәм системала участканы һайлап ғариза ебәрергә, уның урынлашыу схемаһын әҙерләргә, ер биләмәһенең сиктәрен дә күреп буласаҡ.

2025 йылдың 1 мартынан ер участкаларын үҙләштереү тураһындағы федераль закон үҙ көсөнә инә. Әгәр ҙә ул шәхси йорт төҙөлөшө өсөн бүленгән икән, 3 йыл эсендә милек хужаһы унда йорт йәки башҡа объект төҙөргә тейеш.

Петр Клец, Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ