Шишмә районында янғынға ҡаршы рейд үтте

Көн һыуытыу менән, ҡотҡарыусылар өсөн ҡыҙыу миҙгел башлана. Электр йылытыу ҡоролмалары менән һаҡһыҙ эш итеү, уларҙы дөрөҫ ҡулланмау арҡаһында ут сығыу осраҡтары арта. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында дәүләт комитетының Шишмә районы бүлеге хеҙмәткәрҙәре шәхси секторҙа йәшәүселәр менән осрашты. Йорттарҙа улар мейес, мунсаның янғынға ҡаршы ҡағиҙәләргә яуап биреү-бирмәүен тикшерә, льготалы категорияларға ингән граждандарға бушлай янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмалар ҡуя.

Баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә ҡотҡарыусылар тәү сиратта оло йәштәгеләр, инвалидтар, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр йәшәгән йорттар буйлап үтә. Бындай рейдтар үҙ һөҙөмтәһен бирә. Былтырғы менән сағыштырғанда, быйыл Шишмә районында янғындар күпкә кәмегән.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ