Башҡорт дәүләт медицина университеты Сочиҙағы «Сириус» университеты менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Бөгөн Өфөлә ошо хаҡтағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Партнерлыҡ ике яҡ өсөн дә отошло булыр тип көтөлә. Башҡорт дәүләт медицина университеты ғалимдары кардиология, онкология һәм медицинаның башҡа тармаҡтары буйынса фәнни хеҙмәттәшлек алып барасаҡ. Беҙҙең студенттар Сочиҙа стажировка үтәсәк.

Был хеҙмәттәшлек кеше сәләмәтлеге, уны хәстәрләүҙә яңы аҙым булып тора. Беҙҙең йәш ғалимдарыбыҙ, биолог һәм биотехнологтарыбыҙ алдынғы «Сириус» лабораторияларында тәжрибә туплаясаҡ.

Валентин Павлов, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ