Шаран районы Түбәнге Зәйет ауылында «Батырлыҡ дәресе» уҙҙы

«Ватанға хеҙмәт итәм» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Шаран районы Түбәнге Зәйет ауылында «Батырлыҡ дәресе» уҙҙы. Осрашыуға ошо мәктәпте тамамлаусы, махсус хәрби операцияға мобилизацияланыусы «Татарин» ҡушаматлы яугир килде. Илһөйәрлек темаһына арналған осрашыу хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.

Яугирҙы тыуған мәктәбендә бик йылы ҡаршыланылар. Үҫмерҙәрҙән һалдат дуҫлығы һәм фронтта берҙәмлек тойғоһо тураһында һорауҙар яңғыраны. Һалдат уларҙың һәр ҡайһыһына

төплө яуаптар ҡайтарҙы. Яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияға 2022 йылдың сентябрендә юлланған. Ул тәьминәт полкында хеҙмәт итә. Рәсәй оборона министры бойороғо менән «Хәрби батырлыҡтары өсөн» миҙалы, ә быйыл августа «Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡаны өсөн»миҙалы менән бүләкләнгән.

Районда яугирҙарҙың ғаәиләләре лә һәр ялҡап хәстәрлек менән уратылған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды тарафынан яугирҙарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 44 йүнәлеш, шул иҫәптән санитар-курорт дауалау буйынса ярҙам күрһәтелә. Ирекмәндәр маскировка селтәрҙәре үрә, аҙыҡ-түлек, гигиена кәрәк-яраҡтары туплай.

Йылы осрашыу өсөн яугир бөтәһенә лә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.»Тиҙҙән беҙ дошманды мотлаҡ еңеп ҡайтасаҡбыҙ, ә һеҙ тырышып уҡығыҙ.» тине һалдат.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ