Өфөлә көҙгө-ҡышҡы осорҙа үҙйөрөшлө машиналарҙы файҙаланыу мәсьәләһенә арналған семинар-кәңәшмә үтте

Баш ҡалала көҙгө-ҡышҡы осорҙа үҙйөрөшлө машиналарҙы файҙаланыу мәсьәләһенә арналған семинар-кәңәшмә үтте. Уның сиктәрендә ҡеүәтле транспорт сараларының техник төҙөклөгө, норматив талаптар үтәлеше ҡаралды. Коммуналь хеҙмәттәр автопаркы даими яңыртыла. Ҡарлы миҙгелгә әҙерлек барышы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина материалында.

Ҡар тейәгестең техник төҙөклөгө тикшерелә. Тракторсы Факил Рәсүлев ҡеүәтле транспорт сараһын тоҡандырып, эшләтеп күрһәтә. Үҙйөрөшлө машина менән идара иткәндә хәүефһеҙлек талаптары тулыһынса үтәлергә тейеш. Әҙерлек кимәле юғары. Ноябрь-декабрь айҙарынан барлыҡ коммуналь хеҙмәттәр өсөн яуаплы ла, көсөргәнешле лә осор башлана.

Өфөнөң Совет районы - халыҡ күп йәшәгән биләмәләрҙең береһе, юлдарҙа автомобиль хәрәкәте лә көслө, шуға күрә ҡышҡы осорҙа участканы көн һайын техника ярҙамында тәртиптә тотоу талап ителә. Яҡында ғына Ҡар иретеү пункты һәм полигон булыуы был эште күпкә еңеләйтә.

Һалҡын осорҙа үҙйөрөшлө машиналарҙы файҙаланыу мәсьәләһенә арналған семинар-кәңәшмә барышында урындағы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә ҡараған ҡеүәтле техника торошо тикшерелде. Дөйөм алғанда, район буйынса 74 берәмек транспорт сараһы әҙерләнгән.

Быйыл баш ҡаланың «Совет районын төҙөкләндереү хеҙмәте» муниципаль учреждениеһы тарафынан ғына биләмәләге юлдарҙы хеҙмәтләндереү, ҡарҙан таҙартыу өсөн 9 берәмек яңы техника һатып алынған. Урам-юлдарҙа боҙлауыҡҡа ҡаршы саралар ҙа күреләсәк.

Өфөнөң Ленин районында урам-юлдарҙы тәртиптә тотоу һәм ҡар ташыуҙы ойоштороуға 37 берәмек техника әҙерләнгән. Үҙйөрөшлө машиналарҙың техник торошо яҡшы. Шул уҡ ваҡытта киҫкен мәсьәлә лә бар - районды төҙөкләндереү хеҙмәтендә эшсе ҡулдарға ихтыяж ҙур.

Башҡортостанда көҙ-ҡыш миҙгелдәрендә коммуналь хеҙмәттәр ҡарамағында ике меңдән ашыу ҡеүәтле техника булыуы билдәле, матди-техник базаны нығытыу йүнәлешендә һөҙөмтәле эш алып барыла. Семинар-кәңәшмә барышында юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү буйынса саралар ҙа билдәләнде. Юлда иң мөһиме - хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү. Шуға күрә һәр предприятиела хеҙмәткәрҙәргә инструктаж даими ойошторолорға тейеш.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ