Республикала Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыу уңайынан тантаналы саралар дауам итә. Бөгөн республика Милли китапханаһында «Күтәрҙек беҙ тыныслыҡ байрағын» тип исемләнгән шиғриәт кисәһе уҙҙы. Осрашыуҙа танылған актерҙар, журналистар һәм уҡытыусылар башҡарыуында Мостай Кәримдең Бөйөк Ватан һуғышы темаһына арналған башҡорт һәм рус теленә тәржемә ителгән шиғырҙары яңғыраны.
Бөгөн шулай уҡ әҙип исемен йөрөткән 158-се гимназияла «Беҙҙең өйҙөң йәме» тигән әҙәби-музыкаль кисә үтте. Сарала белем усағының иң талантлы 10 уҡыусыһына Мостай Кәрим исемендәге фондтың гранттары тапшырылды. Сарала халыҡ шағирының ҡыҙы Әлфиә Кәримова ла ҡатнашты. Ҡунаҡтар гимназияла ремонттан һуң ишектәрен асҡан Мостай Кәрим исемендәге музей-кабинетты ҡараны.



