Өфөләге вуз-ара кампуста Рәсәй-Иран халыҡ-ара үҙәге асылды

“Ул халыҡтарҙы һәм илдәрҙе дуҫлаштырыу, мәҙәниәттәр менән таныштырыу, рухи бәйләнештәрҙе үҫтереү һәм нығытыу майҙансығы буласаҡ“ тигән фекерҙә Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина.

Өфөләге вуз-ара кампуста Рәсәй-Иран халыҡ-ара үҙәге асылды

Рәсәй-Иран халыҡ-ара үҙәге Иран университеттары менән бәйләнештәрҙе тағы ла киңәйтергә мөмкинлек бирергә тейеш. Башҡортостан башлығы гранты буйынса Өфө Фән һәм технологиялар университетынан 50-гә яҡын хеҙмәкәр был илдә стажирова үтте. Үҙәктә фарсы теле курстары ойошторола. Мәктәп уҡыусылары, студенттар һәм белгестәр өсөн тел өйрәнеү мөмкинлеге булдырыла.  Үҙәк шулай уҡ яңы партнерҙар йәлеп итеү маҡсатын да ҡуя.

Фото №1 - Өфөләге вуз-ара кампуста Рәсәй-Иран халыҡ-ара үҙәге асылды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ