Стәрлебаш районында тиҙҙән һырғанаҡтар сәскә атасаҡ. «Титан» компанияһы төбәктә «Башҡорт еләге» күләмле инвестиция проектын тормошҡа ашыра. Эшҡыуарға өлөшләтә дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Башҡортотсан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса,был проект ярты йыл элек Сибайҙағы «Инвестиция сәғәте»ндә ҡаралып өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелә.
Һөҙөмтәлә йүнселгә сауҙаһыҙ ер участкаһы бирелә. Инвестициялар күләме - 900 миллион һумдан ашыу. Аграрийҙар тәүге уңышты ике-өс йылдан һуң ғына аласаҡ. Еләк баҡсалары өсөн 759 гектар ер бүлеү планлаштырыла. Уның 48 гектары үҙләштерелгән, унда һырғанаҡ үҫтерелә, 10 гектарға тағы ла 20 мең үҫенте ултыртыла башлаған. Киләһе аҙым - продукцияны һаҡлау һәм эшкәртеүҙең тулы циклын ойоштороу. Инициатива ҡыҙыҡлы, һәм мин эшҡыуарҙарыбыҙҙың яңы, ғәҙәти булмаған шөғөлдө һынап ҡарауҙан ҡурҡмауына шатмын. Беҙҙең бурыс - уларға ярҙам итеү, тип яҙған Башҡортостан башлығы.



