Һынауҙар аша килгән бәхет. Ҡырмыҫҡалы районы Мөҡсин ауылында йәшәгән Гөлниса Мөхәмәтҡолова ауырлыҡ кешене сыныҡтыра, бәхет хеҙмәт һәм тырышлыҡ менән яулана, тип иҫәпләй. Бала сағы һуғыш йылдарына тура килгән хеҙмәт ветераны ошо көндәрҙә 95 йәшен билдәләй. Юбиляр менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова осрашты.
Фотоһүрәттәрҙә ғаилә ҡорған, йорт һалған, балалар донъяға килгән иҫтәлекле мәлдәр. Әммә ысынбарлыҡта Гөлниса Мөхәмәтҡолованың яҙмышы бәхетле мәлдәрҙән генә тормай. Уның бала сағы һуғыш осорона тура килә. Атаһы менән ағалары фронтҡа киткәс, әсәһе береһенән-береһе бәләкәйерәк өс бала менән тороп ҡала. Ғаиләгә аслыҡты ла, яланғыслыҡты ла күрергә тура килә. Әммә улар бирешмәй, билде биштән быуып эшкә сума.
Һуғыш бөткәс тормош бер аҙ еңеләйә. 1953 йылда Гөлниса Әҙиәтулла ҡыҙы ла ауылдашы Яхъя Мөхәмәтҡолов менән ғаилә ҡора, бер-бер артлы 5 ҡыҙҙары донъяҡа килә. Ҡыҙғанысҡа күрә тормош иптәше йәшләй баҡыйлыҡҡа күсә. Гөлниса Мөхәмәтҡолова яңғыҙы биш баланы үҫтереп оло тормошҡа оҙата. Ул ваҡытта юҡлыҡ заманы булды. Йәштәр хәҙерге етеш тормоштоң ҡәҙерен белһендәр, ти хеҙмәт ветераны.
Гөлниса Мөхәмәтҡолова үҙе лә кешеләрҙең хөрмәтен, ихтирамын фиҙаҡәр эшмәкәрлеге менән яулай. Ауыл советы депутаты итеп һайлана, ил кимәлендәге күргәҙмәләргә йөрөй, маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. 95 йәшен билдәләгән Гөлниса Әҙиәтулла ҡыҙы әле 30-ға яҡын ейән-ейәнсәренә, бүлә-бүләсәһенә һөйөклө өләсәй, яҡындарының ҡәҙер хөрмәтен тойоп йәшәй. Бәхет хеҙмәт һәм тырышлыҡ менән яулана, ти ул бер быуатҡа яҡын тормошон барлап.
Рәмзиә Кәримова



