Быйыл баш ҡалала үткән сарала республика район-ҡалаларынан 30-ҙан ашыу ижади коллектив ҡатнашты. Һайлап алыу турын үтеүселәр бөгөн Гала-концертта сығыш яһаны. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
«Уралтау» өлгөлө бейеү ансамбленең репетиция мәле. Әбйәлил районы Таштимер ауыл советы биләмәһенә ҡараған ижади коллектив Өфөлә тәүгә сығыш яһамай. Шулай ҙа конкурс алдынан бейеүҙең һәр хәрәкәтен ҡабатлауға улар етди ҡарай. Балаларға ла сәхнә ҙурлығына ҡарап, уны тултырып бейеү мөһим.
«Уралтау» ансамбле Урал аръяғында билдәлелек алған өлгөлө ижади коллективтың береһе. Унда Әбйәлил районының төрлө ауыл балалары бик теләп йөрөй.
«Дуҫлыҡ иле биҙәктәре» фестивале йәш таланттар өсөн ысын байрамға әүрелде. Сөнки, бында улар үҙҙәренең оҫталығын күрһәтә, тәжрибә уртаҡлаша һәм яңы дуҫтар таба. Быйыл конкурста республика район-ҡалаларынан 30-ҙан ашыу коллектив ҡатнашты. Уларҙың һәр береһе халыҡ традицияларына һәм фольклорына нигеҙләнгән сағыу номерҙар әҙерләгән.
Фестиваль балалар халыҡ хореографияһын пропагандалау һәм артабан үҫтереү, киләсәк быуынды әхлаҡи тәрбиәләүҙә уның ролен көсәйтеү, халыҡ бейеүенең перспективаларын билдәләү маҡсатында йыл да үтә. Быйыл конкурстың Гран-приһын Өфөнән «Салауат» өлгөлө бейеү академияһы яуланы. Улар 100 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.
Азат Ғәлиуллин



