Өфө командаһы үҙ боҙондағы уйындар шәлкемен башланы. Тәүге осрашыуҙы юлаевсылар «Сочи» менән үткәрҙе. Матч церебраль фалиж менән ауырыған балаларға ярҙам итеүгә арналды. Был көндө көйәрмәндәр яратҡан хоккейсыларын яңы хәрефтәр менән яҙылған спорт кейемдәрендә күрҙе. Осрашыу юлаевсылар өсөн еңелдән булманы. Шуға ҡарамаҫтан, Виктор Козлов тәрбиәләнеүселәре буллиттар серияһында 3-2 иҫәбе менән еңеү яуланы.
Шайбаларҙы юлаевсыларҙан Джоша Ливо, Нэйтан Тодд һәм Шелдон Ремпал индерҙе. Матур хоккейҙан тыш, Башҡортостан клубы FONBET менән берлектә һәр матчты төбәк менән бәйле тематикаға арнаясаҡ. Иртәгә «Торпедо» менән осрашыуҙа көйәрмәндәр милли башҡорт ризыҡтары менән һыйланасаҡ. Ҡалған өс уйын да Башҡортостандың ижадына, бейеүҙәренә һәм музыкаһына бағышлана.



