«Башҡорт еләге» инвестиция проекты былтыр ғәмәлгә ашырыла башлағайны


Тәүге ҡыуаҡлыҡтар 50 гектар майҙанды биләһә, быйыл тағы 10 гектар майҙанда 20 мең һырғанаҡ ҡыуаҡлығын ултыртыу күҙаллана. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Стәрлебаштар Башҡортостан өсөн хас булмаған культураны үҫтерергә өйрәнә. Былтыр Алтай крайынан килгән белгестәр артынан ҡабатлаһалар, был юлы эште үҙҙәре атҡара.

Һырғанаҡ плантацияһын булдырыу күп көс һәм ҡағиҙәләрҙең теүәл үтәлеүен талап итә. Үҫенте яңы һөрөлгән баҫыуға шунда уҡ ултыртыла. Артынса ерҙе тигеҙләргә кәрәк.

Плантацияға Алтай крайынан алып ҡайтылған ете төр һырғанаҡ сәселә. Башлыса эре емешле «Чулышманка» сорты. Уның емештәре тиҙ бешеүсән, эҫегә лә һыуыҡҡа ла бирешеп бармай. Тәүге үҫенте былтыр ултыртылып, республикалағы иң ҙур плантацияға нигеҙ һалынғайны. Һары емешле ҡыуаҡлыҡарҙы үҫтереү барыһы өсөн дә тәүге тәжрибә, шуға күрә эшселәр үҙ хаталары өҫтөндә эшләй. Мәҫәлән, былтырғыға ҡарағанда быйыл баҫыуға иртәрәк төшкәндәр.

Плантацияла ебәк күбәләге менән дә көрәшеп алырға тура килгән. «Башҡорт еләге» республиканың өҫтөнлөклө проекттары исемлегенә индерелгән. Инвестициялар күләме - 900 миллион һумдан ашыу. Йүнселдәргә дәүләт ярҙамы ла күрһәтелә. Эшҡыуарға сауҙаһыҙ 750 гектар ер бүленгән. Киләһе аҙым - продукцияны һаҡлау һәм эшкәртеүҙең тулы циклын ойоштороу.

Киләсәктә 3 мең тоннаға яҡын емеш тиреп алыу күҙаллана. Йүнселдәр республиканан тыш, тотош илдең ихтыяжын ҡәнәғәтләндеү маҡсатын да ҡуя. Шулай уҡ уңышты сит илгә сығарыу юлдары ҡарала. Бынан тыш, төбәк бренды аҫтында ҡарағат, баҡса һәм ҡурай еләктәрен үҫтереү планлаштырыла.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ