Ул яғыулыҡ, аҙыҡ-түлек һәм һыу запастарын тулыландырмаҡсы. «Варшавянка» проекты буйынса төҙөлгән субмарина юғары акустика, ҡеүәтле ҡоралландырылыуы менән айырыла, сөнки ул «Калибр-ПЛ» ракеталары менән йыһазландырылған. Билдәле булыуынса, «Өфө» крейсеры һыуға ике йыл элек Санкт-Петербургта төшөрөлгәйне. Тарихи көндә республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Асыҡ сығанаҡтарҙағы мәғлүмәт буйынса, Варшавянкаларҙың төп тәғәйенләнеше - дошмандың һыу аҫты һәм өҫтөндәге караптарына ҡаршы көрәш һәм Ватан судноларын яҡлау.



