Бәләбәй районында яңы контракт төҙөүселәргә түләү дүрт тапҡырға арттырылды


Бәләбәй районында Рәсәй Оборона министрлығы менән яңы контракт төҙөүселәргә түләү дүрт тапҡырға арттырылды. Хәҙер бер тапҡыр бирелә торған аҡса күләме 400 мең һумға етте. Урындағы район советы депутаттары ҡарарына ярашлы, бындай мөмкинлек менән 21 октябрҙән 1 декабргә тиклем файҙаланырға мөмкин.

Шулай итеп, Бәләбәй районында бер тапҡыр бирелә торған түләү хәҙер 1 миллион 305 мең һум тәшкил итә, шул иҫәптән Оборона министрлығынан - 400 мең, республиканан - 505 мең, ә эш хаҡын иҫәпкә алып, һәр контрактсы тәүге йылда 3 миллион 805 000 һум аҡса аласаҡ. Башҡортостандан контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса табырға мөмкин. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәттәре лә Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөүселәргә лә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүҙе 400 мең һумға тиклем арттырҙы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ