«Еңеү поезы» йәнә Өфөлә. Тимер юл вокзалында Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы күсмә күргәҙмә менән танышырға мөмкин. Вагондарҙа һуғыштың тәүге көндәренән алып Еңеү көнөнә тиклемге ваҡиғалар сағылыш тапҡан. Экскурсияла тәүгеләрҙән булып БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина булып ҡайтты.
«Еңеү поезы»на инеү менән Бөйөк Ватан һуғышына тиклемге осорға шаһит булаһың. Пассажирҙарҙың йөҙөндә йылмайыу, тәҙрә аша - ҡала, тәбиғәт, баҫыу күренештәре. Тик был тыныс тормош өҙөлә... Киләһе вагонда - фронтҡа юлланған һалдаттар ултыра. Күбеһе уйға батҡан, күңелдәре тыныс түгел. Бөтә көс - фашизмды юҡ итеүгә йүнәлтелә.
Күсмә күргәҙмәлә йөҙҙән ашыу скульптура. Видеопроектор, мультимедия саралары ярҙамында тарихи ваҡиғалар ысынбарлыҡҡа яҡынайтып күрһәтелә.
Экскурсия ҡырҡ минутҡа иҫәпләнгән, күсмә күргәҙмәгә килеүселәргә ҡолаҡсын һәм аудиогид тапшырыла. Тематик вагондарҙа һүрәтләнгән ваҡиғаларға Бөйөк Ватан һуғышын үткән машинист Лидия исеменән аңлатма бирелә. Тәүгеләрҙән булып «Еңеү поезы»ндағы тарихи экспозициялар менән мәктәп уҡыусылары, студенттар, журналистар танышты.
«Еңеү поезы» Рәсәй һәм Белоруссия ҡалалары буйлап сәйәхәт итә. Дүрт йыл эсендә генә күсмә күргәҙмәгә миллиондан ашыу кеше шаһит булған. Һәр вагон Бөйөк Ватан осорондағы ваҡиғалар менән таныштыра. Билдәле булыуынса, былтыр музей хәрби трибуналдар тураһында экспозиция менән дә тулыланған.
1945 йылдың яҙы. Һуғыш тамам. Фашистик көстәрҙе еңгән быуын - совет һалдаттары тыуған яғына ҡайтып килә, һәр ҡайһыһының күкрәгендә орден-миҙалдар. Ә вагонда гармун моңдары яңғырай. Ҡайҙа ҡарама - гөл-сәскә - тыныс тормош символы.
Өфөлә «Еңеү поезы» 24 октябргә тиклем була. Экскурсияға ҡыҙыҡһыныу көслө - билеттар күптән бөткән. Әйткәндәй, быйыл интерактив музей Рәсәй менән Белоруссияның йөҙҙән ашыу ҡалаһында туҡталыш яһаған, артабан маршрут Мәскәүгә тиклем һалынған. Унда составҡа техник хеҙмәтләндереү уҙғарыу ҡаралған. Яңы йылдан һуң поезд йәнә оло сәфәргә юллана.
Гөлназ Хәйбуллина



