Хәйбулла районында «Уңыш формулаһы». Белем усағында VII республика полилингваль фестивале уҙғарылды


Хәйбулла районының 3-сө полилингваль күп профилле мәктәбендә «Уңыш формулаһы». Белем усағында VII республика полилингваль фестивале уҙғарылды. Уңышлы балаларға һәм уҡытыусыларға арналған сара барышын БЮТ ижади төркөмө күҙәтте. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Республикала полилингваль күп профилле дөйөм белем биреү ойошмалары селтәре 2019 йылдан төбәк башлығы Радий Хәбиров указы буйынса булдырылды. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда туғыҙ полилингваль мәктәп эшләй.»Аҡъяр ауылында иһә полилингваль мәктәп былтыр асылған. Уҡытыу рус, башҡорт телдәрендә алып барыла. Шулай уҡ малай-ҡыҙҙар инглиз һәм ҡытай телдәрен дә төплө өйрәнә.

Аҡъяр ауылының 3-сө полилингваль мәктәбендә тәжрибәле 39 уҡытыусы эшләй. Мәғариф учреждениеһында Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр райондарынан 571 уҡыусы белем ала. Бында балаларҙы уҡытыу һәм ижади һәләттәрен үҫтереү өсөн бөтә шарттар булдырылған.

10 -сы класс уҡыусыһы Илдар Кәримов астрономия фәне менән мауыға, астрономия буйынса олимпиаданың муниципаль этабы еңеүсеһе, бынан тыш респулика һәм Бөтә Рәсәй «Гагарин олимпиадаһында ла үҙ көсөн һанап ҡараған. Уҡыусылар проект эштәре менән таныштырҙы, балалар баҡсалары ла үҙ презентацияларын яҡланы. Бынан тыш, Хәйбулла районы ирекмәндәр хәрәкәтенең дә үҙенсәлекле күргәҙмәһе менән танышырға мөмкин ине.

Пленар ултырышта полилингваль белем биреүҙе тормошҡа ашырыуҙың көнүҙәк мәсьәләләре, райондың был өлкәләге эш тәжрибәһе барланды. Өфөнөң «СМАРТ» Республика полилингваль күп профилле гимназияһы уҡытыусылары ла эш тәжрибәһе менән бүлеште.

Коллектив күргәҙмә әсбаптарҙы республиканың бөтә полилингваль мәктәптәренә бүләк итте. Фестиваль ҡунаҡтары Хәйбулла районы уҡытыусыларының педагогик эшкә ижади ҡарашын һәм һөнәри әҙерлеген, балаларҙың проект эштәрен юғары баһаланы.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ