Баймаҡ ҡалаһының Көньяҡ биҫтәһендә урынлашҡан бишенсе мәктәбендә ижадты үҙ итеүселәр өсөн һөйөнөслө яңылыҡ. Белем усағында Ғата Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе үҙенең филиалын асты.
Балаларҙың һәләтен асыу һәм үҫтереү өсөн яңы шаттар булдырылды. Ғата Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбе филиалының көньяҡ биҫтәһендә асылыуы бында йәшәүсе уҡыусылар һәм ата-әсәләргә оло ҡыуаныс. Дәрестәрҙән һуң улар өйгә ашыҡмай, ә үҙҙәре һайлаған түңәрәктәрҙә шөғөлләнә.
Сәнғәт мәкәбенең филиалы 50‐нән ашыу балаға өҫтәлмә һөнәр үҙләштерергә мөмкинлек бирә. Ике сменала ойошторолған белем биреү өс төркөмгә: музыкаль ҡоралдар, бейеү һәм һүрәт төшөрөү серҙәрен өйрәтеүгә бүленгән. Түңәрәктәргә уҡыусылар теләп йөрөй
Балалар әүҙем рәүештә төрлө конкурстарҙа, концертарҙа, ҡала һәм республика сараларында ҡатнаша. Улар менән үҙ эшен яратҡан, төплө белгән, уҡыусыларҙы яратҡан, ижади ҡарашлы, һәләтле уҡытыусылар эшләй.
Раушания Рәхимова



