Өфөлә «Иғтибар үҙәгендә» тип исемләнгән ғаилә фестивале уҙҙы. «Мотор эшләүселәр» мәҙәниәт һарайында ойошторолған сарала утыҙҙан ашыу ойошма ҡатнашты. Дауаханалар, юғары уҡыу йорттары, йәмәғәт ойошмалары фестивалгә килеүселәргә консультациялар үткәрҙе, ошонда уҡ анализ тапшырырға, ҡан баҫымын үлсәтергә лә мөмкин ине. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.
Фестивалгә килеүселәр беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнде. Ғаиләләргә Республика балалар клиник дауаханаһы табиптары консультациялар үткәрҙе.
Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы Ҡала перинаталь үҙәге табиптарына бирә алды. Үҙәк белгестәре ҡаты сирҙәрҙән иҫкәртеү саралары тураһында һөйләне.
Дөрөҫ туҡланыу өсөн аш-һыу әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Килеүселәр ҡанда холестерин менән шәкәрҙе иҫәпләү өсөн һәм вич инфекцияһын асыҡлау өсөн тест тапшырҙы.
Майҙанда шулай уҡ берәүҙәр узи тикшереүе үтһә, икенселәр ҡан баҫымын үлсәтте Халыҡты невролог, эндокринолог һәм башҡа табиптар ҡабул итте.
Фестивалгә килеүселәр араһында төрлө бүләктәр уйнатылды. Байрамда ҡатнашҡан ике мең тирәһе кеше араһынан берәү шифаханаға юллама отто.
Өлкән класс уҡыусыларына, студенттарға репродуктив сәләмәтлек буйынса лекция уҡылды һәм әңгәмә ҡоролдо.
Рәмилә Исмәғилева



