Евразия фәнни-мәғариф үҙәге форумы - инновация идеяларының берләшеү нөктәһе

  Бөгөн вуз-ара студенттар кампусында “Фән һәм индустрия. Стратегия — 2030” тигән форум асылды. Был турала социаль селтәрҙә Республика башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин хәбәр итә. “Сарала Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәрҙән  мәғариф хеҙмәткәрҙәре, фән белгестәре, власть органдары вәкилдәре ҡатнаша. Эшлекле йыйында машина эшләү, инновациялар, нефть-газ тармағын үҫтереү, иҡтисадтың реаль секторында ғалимдарҙың асышын ҡулланыуға арналған дискуссия майҙансыҡтары эшләй, 39 резидент  проекттары менән таныштыра.  Евразия фәнни- мәғариф үҙәге иҫәбендә 6 федераль проект, 18 йәштәр лабораторияһы һәм 20-нән ашыу белем биреү программалары. Башҡортостан фәнни- технология   милли рейтингта илдә тәүге унау иҫәбенә инә”, -тип яҙған Максим Забелин.

Фото №1 - Евразия фәнни-мәғариф үҙәге форумы - инновация идеяларының берләшеү нөктәһе
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ