Башҡортостанға эш сәфәре менән статс-секретарь, Рәсәй оборона министры урынбаҫары, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева килде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән берлектә улар фондтың Башҡортсотан бүлексһе эшмәкәрлеге менән танышты.
Осрашыуҙа улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән аралашты, алғы һыҙыҡта ҡаһарманлыҡ күрһәтеүсе ир-егеттәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан бүлексәһе илдә ҙур филиалдарҙың береһе һанала. Йыл ярым элек асылған фондҡа 68 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Төп проблемалар ярҙам сараларын билдәләү, юридик һәм медицина ярҙамы күрһәтеү, ветеран таныҡлығы юллау, протез алыу һәм башҡа социаль гарантиялар менән бәйле.




