«Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» форумы сиктәрендә Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса стратегик башланғыстар агентлығы генераль директоры Светлана Чупшева «Салют» балалар реабилитация комплексы менән танышты.
Үҙәк ике аҙна элек асылғайны. Проектты тормошҡа ашырыуға яҡынса 2 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Әле комплекс тулы ҡеүәтҡә эшләмәй, шулай ҙа ошо ваҡытта 30 бала реабилитация үтеп өлгөргән. Шунса уҡ бала бөгөн көндөҙгө стационарҙа ята. Светлана Чупшева комплекстың социаль, мәғариф һәм медицина комплекстарында булып, ундағы шарттарҙы юғары баһаланы.
Реабилитация үҙәге 6 меңдән ашыу һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бәләкәй пациенттарҙы хеҙмәтләндерә алыр, тип көтөлә. Йәмғеһе республикала 20 меңдән ашыу үҙенсәлекле бала иҫәпләнә. Комплекста спорт, уйын, уҡыу зоналары бар. Коляскала хәрәкәт иткән балалар уңайлығы өсөн лифт, пандустар менән йыһазландырылған. Майҙанда яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйылған. «Йондоҙ» мәғариф үҙәгендә бөгөн 90 үҙенсәлекле бала уҡый. Улар менән махсус белемле уҡытыусылар эшләй.



