Өфөлә «Башҡортостан» полкы яугирҙарын махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте


Ике аҙналыҡ ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. Өфөлә «Башҡортостан» полкы яугирҙарын махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ирек Сәғитов ил мәнфәғәтен яҡлап хәрби бурыс үтәгән яҡташтарыбыҙ алдында сығыш яһап, уларҙың ҡаһарманлыҡ өлгөһө булыуын билдәләне. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Баҙамшин сарала ҡатнашыусыларға илһөйәрлек йырҙарын бүләк итте.

«Башҡортостан» полкы яугирҙары ҙур состав менән отпускыға ҡайтҡан, шуға күрә алғы һыҙыҡҡа ла улар бер нисә автобуста юлланды. Яугирҙарҙың күбеһе ялын ғаиләһе эргәһендә уҙғарған, йорт эштәре менән булған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ