“Башнефть” 750 мең төпкә яҡын ағас ултыртты

"Роснефт"кә ҡараған “Башнефть” компанияһы, йылдағыса, “Йәшел Башҡортостан” , “Урманды Һаҡлайыҡ” һәм “Хәтер Баҡсаһы” экологик акцияларына әүҙем ҡушылды.

Башҡортостанда, Юграла, Ханты-Манси  һәм Ненец автономиялы округында 200 гектарҙан ашыу майҙанда 748 мең төп ағас ултыртылды. Был былтырғы  күрһәткестән 45 процентҡа күберәк.

Эштәр  ике этапта үтте: компания хеҙмәткәрҙәре  яҙын 37 гектар майҙанда 158 мең ағас, көҙөн 164 гектар майҙанда 590 мең үҫенте ултыртты.

Тәбиғәтте һаҡлауға арналған ҙур сараларҙың береһе Асылыкүлдең төньяҡ-көнбайыш ярында үтте, хәҙер уның ярҙарын  биҙәп 24 мең төп йәш ағас үҫә. «Асылыкүл» тәбиғәт паркында бөтәһе 68 мең ҡарағай һәм 10 мең Сукачев ҡарағас үҫентеһе ултыртылған, дөйөм майҙаны 19,5 гектар. Акцияны үткәреү урынын һайлау осраҡлы түгел. Ғалимдар билдәләүенсә, ҡарағайҙар һәм Сукачев ҡарағастары Башҡортостандағы иң ҙур күлдең ярҙарын йыуылыу һәм һаҙлыҡҡа әйләнеүҙән  һаҡлаясаҡ.

Киләсәк быуын өсөн тирә- яҡ мөхитте һаҡлау  - «Роснефть» алып барған корпоратив мәҙәниәттең айырылғыһыҙ өлөшө. Һуңғы 5 йылда Башҡортостан нефтселәре 1,5 мең гектарҙан ашыу майҙанда 5,2 миллион төп  ағас ултыртты. Был ағастар киләсәктә экологик балансты һаҡлауға булышлыҡ итәсәк.

Фото №1 - “Башнефть” 750 мең төпкә яҡын ағас ултыртты
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ