Светлана Чупшева Өфөләге Арт- квадрат майҙансығындағы «Фабрика» универмагында булды


Стратегик башланғыстар агентлығы директоры Светлана Чупшева Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Өфөләге Арт- квадрат майҙансығындағы «Фабрика» универмагында ла булды.

Баш ҡала үҙәгендәге универмагта креатив индустириялар вәкилдәре менән осрашыу уҙҙы. Кино индустрияһы, музыка, телевидение һәм башҡа өлкә хеҙмәткәрҙәре тормошҡа ашырылған уңышлы проекттар менән таныштырҙы. Яңы тәҡдимдәр ҡаралды. Улар араһында Башҡортостандың һанлы архивын, шәхси музейҙар булдырыу кеүек идеялар бар. Республика башлығы төбәктә креатив һәм талантлы, илһөйәр халыҡ йәшәүен билдәләне.

Радий Хәбиров Светлана Чупшева менән шулай уҡ Арт- квадрат майҙанында эшләп килгән 14 йәшкәсә балалар һәм үҫмерҙәр кибер мәктәбенә барҙы, Константин Хабенскийҙың «Хахачу» ижади үҫеш студияһында шөғөлләнгән егет- ҡыҙҙарҙың сығышын ҡараны.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ