Стәрлебаш районының Ибраҡай ауылы урамдары төҙөкләндерелә


Ауылға - асфальт. Стәрлебаш районының Ибраҡай ауылы урамдары төҙөкләндерелә. Былтыр Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Стәрлебаш районына эш сәфәре барышында Ибраҡай ауылы урамдарына асфальт түшәү мәсьәләһен хәл итергә ҡушҡайны.

Төҙөүселәр эшкә быйыл сентябрь аҙағында тотонған. Һөҙөмтәлә барлығы 3 саҡрым юл тәртипкә килтереләсәк. Улар - Үҙәк, Ленин, Йәштәр һәм Матросов урамдары. Шулай уҡ Радий Хәбиров Ибраҡай мәҙәниәт йортонда капиталь ремонтты тиҙерәк тамамлау бурысын йөкмәткәйне. Ауыл өсөн мөһим социаль объектың ишектәре Республика көнөндә асылды. Капиталь ремонттан тыш, мәҙәниәт йортоноң матди-техник базаһы яңыртылған, милли кейемдәр һатып алынған. Унда 6 ижади коллектив эшләй.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ